Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция icon

Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция



НазваниеМәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция
Дата конвертации21.10.2012
Размер151.35 Kb.
ТипДокументы
источник

Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте

мәғариф бүлеге


П р о г р а м м а

«“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл»

фәнни-ғәмәли конференция


Баймаҡ – 2010


Директору школы,

заместителю директора по УВР


Информационное письмо


В соответствии с планом работы отдела образования 20 апреля 2010 года проводится районная научно-практическая конференция, посвященная 100-летнему юбилею первой записи кубаира видным драматургом, сэсэном и ученым-фольклористом Мухаметшой Бурангуловым; 275-летию со дня рождения Баик Айдар сэсэна. На НПК приглашаются учителя башкирского языка и литературы, культуры Башкортостана и истории Башкортостана.

На конференции планируется проведение пленарного заседания и работа проблемных секций. Предлагаются следующие темы для выступлений:

  1. Роль эпического сказания «Урал батыр» в формировании духовного мира учащихся.

  2. Урал батыр эпосында ту4ан тел 32м милли культура.

  3. Изучение жизни и творчества известных сэсэнов башкирского народа:

    • Баик Айдара

    • Хамита Альмухаметова

    • Габита Аргинбаева

    • Мухаметши Бурангулова.

  1. Ил у6амандары ижадында – ил 42ме.

  2. Баш7орт халы7 ижадында милл2тте8 тарихы 32м 262би2те.

  3. Организация в школе исследовательской работы с учащимися по изучению истории первой записи кубаира М.Бурангуловым.

  4. Организация школы исполнителей кубаиров, школы сэсэнов, исполняющих эпос «Урал батыр» (из опыта работы).



Для участия в работе конференции необходимо направить в методкабинет следующие материалы:

  1. Заявку на участие в конференции по форме:






ФИО участника

Школа

Предмет

Тема выступления

Контактные телефоны

1.
















2. Тезисы выступления объемом до 2-х страниц в бумажном и электронном вариантах.

Срок подачи заявки и материалов до 6 апреля 2010 года в методкабинет Мухамедьяновой Я.Б.


Методкабинет.

тел.2-10-32, 2-12-32


^ Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл»

фәнни – ғәмәли конференция

Үткәреү урыны: Баймаҡ ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбе

Ваҡыты: 2010 йылдың 30 апреле, сәғәт 14.30.

Конференцияла ҡатнашыусылар: мәғариф бүлеге начальнигы Вәлиев А.Р., начальниктың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Игебаева Р.Х., башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте, Башҡортостан тарихы уҡытыусылары.

Саҡырылған ҡунаҡтар:

  • Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы, филология фәндәре кандидаты, доцент, БДУ-ның көнсығыш телдәре кафедраһы мөдире;

  • Әлмөхәмәтова Сәлимә Килдейәр ҡыҙы, ветеран-уҡытыусы, Хәмит сәсәндең ейәнсәре.

  • Мәүлитова Разия Фәтих ҡыҙы, ветеран-уҡытыусы



Сығыштар “Урал батыр” эпосы буйынса уҡыусылар ижады менән аралаштырып алып барыла. Баймаҡ лицей - интернаты, 4-се мәктәп, Мерәҫ, Әхмәр, Кәрешкә мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша.


Фәнни - ғәмәли конференцияның

п р о г р а м м а һ ы

  1. “Ҡурай”музейына экскурсия.

Баимов И.Х., 1-се мәктәп директоры

  1. Фәнни-ғәмәли конференцияны тантаналы асыу.

  2. Уҡыусыларҙың тәбрикләү һүҙе.

Бейеү – Ласынова Сөмбөл, Кәрешкә мәктәбе уҡыусыһы

  1. Конференцияның программаһы, маҡсаты менән таныштырыу.

Мөхәмәтйәнова Я.Б., методист

  1. “Урал батыр” эпосында күтәрелгән проблемалар бөгөн дә актуаль.

Ибраһимов Г.Д., БДУ-ның ф.ф.к., доцент

«Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләй - Дауытбаев Ильяс, Мерәҫ мәктәбе

  1. Хәмит сәсәндең тормош юлы һәм ижады.

Хәлилов М.И., 2-се Этҡол мәктәбе уҡытыусыһы

  1. Хәмит сәсән шәжәрәһе.

Раева З.М., БЛИ уҡытыусыһы

7. Ғәбит Арғынбаев –данлыҡлы ҡурайсы, йырсы һәм сәсән

Сирбаева А.А., 4-се мәктәп уҡытыусыһы

«Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләй - Ишъярова Гөлдәр, Мерәҫ мәктәбе

  1. Сәсән аманаты – халыҡ күңелендә.

Әбсәләмова А.Ф., Ҡолсора мәктәбе уҡытыусыһы

  1. М.Буранғолов - халыҡтыҡын халыҡҡа еткереүсе.

Яҡшыбаева Г.И., 4-се мәктәп уҡытыусыһы

«Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләй Баймөхәмәтова Зинара, БЛИ

  1. “Урал батыр” эпосында туған тел һәм милли мәҙәниәт.

Ғәрифуллина Ғ.Х., 2-се мәктәп уҡытыусыһы

«Урал батыр» эпосынан өҙөктө сәхнәләштереү, 4-се мәктәп уҡыусылары

  1. Байыҡ Айҙар сәсән.

Байбулатова А.М., Октябрь мәктәбе уҡытыусыһы

11. Ил уҙамандары ижадында – ил ғәме.

Ҡунаҡкилдина Г.К., 4-се мәктәп уҡытыусыһы

12. Ил уҙамандары ижадында – ил ғәме.

Тимербулатова З.С., Йомаш мәктәбе уҡытыусыһы

13. Мәктәптә сәсәнлек традицияларын үҫтереү.

Вәлишина Я.Р., Кәрешкә мәктәбе уҡытыусыһы

«Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләй – Иҙрисова Регина, Кәрешкә мәктәбе

  1. Сәсән ҡаны аға тамырында.

Әлмөхәмәтова Сәлимә, уҡытыусы-пенсионер

«Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләй - Йәрмөхәмәтов Ғәзизйән, БЛИ


15. Конференцияны йомғаҡлау.

(8-се класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән турнир еңеүселәрен бүләкләү)


Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә

^ 100 йыл тулыуға арналған

фәнни-ғәмәли конференцияның барышы

Алып барыусы Мөхәмәтйәнова Я.Б., мәғариф бүлеге методисы

- Хәйерле көн, хөрмәтле фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар! Бөгөн беҙҙең конференцияла оло ҡунаҡтар: ғалим, филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның көнсығыш телдәре кафедраһы мөдире Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов һәм ветеран-уҡытыусы, Хәмит сәсәндең ейәнсәре Сәлимә апай Әлмөхәмәтова, 2-се Этҡол ауылының Хәмит сәсән Әлмөхәмәтов исемендәге музей мөдире, ветеран-уҡытыусы Разия Фәтих ҡыҙы Мәүлитова ҡатнаша. Конференция эшен башлау һәм ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү өсөн һүҙ мәғариф бүлеге начальнигы Вәлиев Айнур Рәшит улына бирелә.

  • Хәйерле көн, хөрмәтле фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар!

  • Хөрмәтле, Ғәйнислам Дәүләтбаевич һәм саҡырылған ҡунаҡтар!

Бөгөн беҙ халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһы – ауыҙ-тел ижады хазинаһы - “Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙма варианты барлыҡҡа килеүгә 100 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо сара айҡанлы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге исеменән һәм үҙемдең исемдән ысын күңелдән тәбрикләйем! Ошо конференцияла Баймаҡ ерендә тыуып-үҫкән, үткән быуаттан бөгөнгө көнгә тиклем ижадтары һаҡланып килгән сәсәндәребеҙ тормошона һәм ижадына байҡау яһаясаҡбыҙ. “Урал батыр” ҡобайырын беҙҙең көндәргә еткереүселәр Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр халҡыбыҙ өсөн иң ҡәҙерле шәхестәр. Ә Мөхәмәтша Буранғолов ошо хазинаны аҡ ҡағыҙға теркәп ҡалдырыуы менән оло ихтирамға лайыҡ. Ул “… сәсәндәр үҙ дәүерендәге халыҡтың тормошон сағылдырған, халыҡ дошмандарын асып биреүсе ваҡытлы матбуғаты ла, иҙеүсе синыфҡа ҡаршы көрәшкә өндәүсе агитатор – шағиры ла, үткәндәрҙе һөйләүсе тарихсыһы ла булған”, - тип яҙҙы. Ысынлап та, хаҡ һүҙҙәр. Ошо сәсәндәр рухы һүрелмәһен. Уларҙың юлын дауам иттереүсе йәш сәсәндәр тәрбиәләүҙә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ҙур, хөрмәтле уҡытыусылар. Конференцияның эшендә уңыштар теләйем.

“Урал батыр” эпосында ваҡиғалар кешелек донъяһының архаик осоронан башлана. Унда исемдәре есемдәренә тап килгәндәй Йәнбирҙе менән Йәнбикә образы кешеләр тоҡомон башлап ебәреүсе – тәүге кешеләр. Ҡобайырҙа донъя тыуымында һыу тереклек сығанағы, кешелек башланғысы итеп бирелә, үлем һәм үлемһеҙлек, фанилыҡ һәм баҡыйлыҡ, батырлыҡ һәм бахырлыҡ, яуызлыҡ һәм изгелек төшөнсәләре һүрәтләнә. Әҫәрҙе уҡыған һайын уҡығы килеп тора. Ул, башҡорттарҙа ғына түгел, башҡа халыҡтарҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.



  • Ә хәҙер фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусыларҙы һәм хөрмәтле ҡунаҡтарҙы тәбрикләү өсөн һүҙҙе Баймаҡ лицей-интернатының “Умырзая” балалар бейеү ансамбленә бирәбеҙ.

  • Кәрешкә мәктәбе уҡыусыһы, “Урал батыр” ҡобайырын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе еңеүсеһе Ласынова Сөмбөл сығыш яһай.

- “Урал батыр” эпосын донъя кимәленә сығарыуҙа яҡташыбыҙ, ғалим, филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимовтың өлөшө ҙур. Уның, ҡобайырҙы төрөк теленә тәржемәләп, төрки халыҡтары донъяһына сығарыуы беҙҙә сикһеҙ ғорурлыҡ уята. Ә хәҙер һүҙҙе, оло кинәнес менән яҡташыбыҙҙың үҙенә бирәм. Ғәйнислам Дәүләтбаевич, рәхим итегеҙ!



  • Рәхмәт, Ғәйнислам Дәүләтбаевич!

  • Беҙҙең районда, йыл һайын, уҡыусылар араһында “Урал батыр ” ҡобайырын яттан һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелә. Уны ҡыҙҙар-малайҙар ҙур ихласлыҡ менән башҡаралар. Хәҙер беҙгә Мерәҫ мәктәбе уҡыусыһы Дауытбаев Ильяс ҡобайырҙан өҙөк һөйләп ишеттерә.



- Рәхмәт, Ильяс!

- Хәмит Әлмөхәмәтов, сәсән телле булыуы менән бергә, кешелекле, ғәҙел, тура һүҙле холҡо менән дә айырылып торған. Характерындағы ошо һыҙаттар, ябай ауыл кешеһен, мировой судья дәрәжәһенә күтәрелергә булышлыҡ иткән. Бөгөн беҙгә уның тормошо, ижады һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында ауылдашы, тарих уҡытыусыһы Мораҙым Ишбулды улы Хәлилов һөйләй. Рәхим итегеҙ!

- Рәхмәт, Мораҙым Ишбулдович!

- Бөгөн беҙҙең арала, Хәмит сәсәндең ейәнсәре генә түгел, ә бүләсәре Зөлфирә лә ҡатнаша. ^ Зөлфирә Мөбәрәк ҡыҙы Баймаҡ лицей-интернатында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Сәсәнлек ҡаны уның йөрәгендә лә уйнай: ул, моңло итеп, халыҡ йырҙарын йырларға ярата, үҙәктәргә үткәреп ауыр яҙмышлы ҡатын-ҡыҙҙар тураһында сеңләүҙәрҙе лә башҡара. Ә бөгөн ул беҙгә үҙенең ун өс быуынлыҡ шәжәрәһе, йәғни Хәмит сәсән шәжәрәһе менән таныштыра. Рәхим итегеҙ, Зөлфирә Мөбәрәковна.

- Ғәбит сәсән менән осрашҡанға тиклем ҡобайыр-эпостарҙы уның кеүек оҫта, образлы итеп уҡыған сәсәндәргә осрағаным юҡ ине. Ул мине әҫәрләндерҙе, - тип яҙа Мөхәмәтша Буранғолов уның хаҡында. Ғәбит сәсән Арғынбаевтың данлыҡлы ҡурайсы, йырсы һәм сәсән булыуы тураһында, 4-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сирбаева Айгөл Әнүәровна һөйләй. Рәхим итегеҙ!

- Ә хәҙер Мерәҫ мәктәбе уҡыусыһы ^ Ишйәрова Гөлдәр “Урал батыр” ҡобайырынан өҙөк һөйләй.

- Рәхмәт, Гөлдәр!

- Ғәбит сәсән киләсәк быуынға халыҡ ижадының гәүһәр өлгөләрен генә тапшырып китмәне, ә сәсән телле, йыр-моңға маһир, тырыш, хеҙмәт һөйгән нәҫел дә ҡалдырҙы. Уның шәжәрәһен өйрәнеү өҫтөндә Ҡолсора мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары шөғөлләнә. Ошо хаҡта Ҡолсора мәктәбе уҡытыусыһы Айгөл Фәрит ҡыҙы Әбсәләмова һөйләй.

- Рәхмәт, Айгөл Фәритовна!

- Мөхәмәтша Буранғолов “Урал батыр” ҡобайырын тәүге тапҡыр Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән ишетеп хайран ҡала. Уны аҡ ҡағыҙға яҙып ала. Ошоноң өсөн беҙ – башҡорт халҡы уға мәңге рәхмәтлебеҙ. Мөхәмәтша Буранғолов – халыҡтыҡын халыҡҡа еткереүсе. Уның тураһында 4-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Яҡшыбаева Гөлгөнә Исмәғилевна һөйләй.

- Рәхмәт, Гөлгөнә Исмәғилевна!

- Артабан һүҙҙе Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Баймөхәмәтова Зинараға бирәбеҙ.

- Рәхмәт, Зинара.

- “Урал батыр” ҡобайырында башҡорт халҡының боронғо тормошо, көнкүреше генә тасуирланмай, унда милли мәҙәниәт, туған тел байлығы, һүҙ уйнатыуҙар, кинәйәләп әйтеүҙәр тулып ята. “Урал батыр” эпосында туған тел һәм милли мәҙәниәт сағылышы тураһында Баймаҡ 2-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы Ғәрифуллина Ғәлиә Хәбибовна һөйләй.

- Рәхмәт, Ғәлиә Хәбибовна!

- Баймаҡтың 4-се һанлы мәктәбе уҡыусылары һүҙ һорай. Рәхим итегеҙ!

- Рәхмәт, уҡыусылар!

- Юлай Аҙналин, Салауат Юлаевтарҙың замандашы Байыҡ Айҙар сәсәндең тыуыуына быйыл 300 йыл тула. Күп сәсәндәр унан өлгө алыр булғандар. Уның тураһында быйыл республикала үтәсәк йәш сәсәндәр бәйгеһендә лә һүҙ буласаҡ. Байыҡ Айҙар сәсәндең өс быуат аша беҙҙең көндәргә килеп еткән ижады хаҡында Октябрь мәктәбе уҡытыусыһы Байбулатова Әлфиә Моратовна һөйләй. Рәхим итегеҙ!

- Рәхмәт, Әлфиә Моратовна!

- Ҡайһы ғына ваҡытта йәшәмәһен сәсәндең телендә ил ғәме. Ул ил зарын һамаҡлаған, йә ҡурайына һалып һыҙҙыртҡан, йә көйгә һалып йырлаған. Шундай яҡташ-сәсәндәребеҙҙең береһе, Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙең юлын дауам итеүсе - Кәрим Дияров. Бөгөн беҙгә уның хаҡында ҡыҙы Гөлгөнә Кәрим ҡыҙы Ҡунаҡкилдина һөйләй. Рәхим итегеҙ!

- Рәхмәт, Гөлгөнә Кәримовна.

- Борон-борондан Баймаҡ ере үткер телле сәсәндәре менән дан тотҡан. Бөгөн беҙ уларҙың бөтәһе тураһында ла һөйләп бөтә алмайбыҙ. Ләкин сәсәндәребеҙ хаҡында шуны әйтә алабыҙ: барыһы ла уртаҡ ғәм – ил ғәме менән янып йәшәгән.

Һүҙҙе Йомаш мәктәбе уҡытыусыһы ^ Тимербулатова Зөлфиә Сабирйәновнаға бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

  • Быуындан-быуынға сәсәнлек традициялары күсеп, үҫеш ала бара. Билал, Кәрешкә, Мерәҫ мәктәптәрендә, Баймаҡ лицей-интернатында “Йәш сәсәндәр мәктәбе” уңышлы эшләп килә. Был тарафтан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ихлас эшләй. Мәктәптә сәсәнлек традицияларын үҫтереү тәжрибәһе менән Кәрешкә мәктәбе уҡытыусыһы Вәлишина Яңылбикә Рауил ҡыҙы уртаҡлаша.

  • Яңылбикә Рауил ҡыҙының уҡыусыһы Иҙрисова Регина “Урал батыр” ҡобайырынан өҙөк һөйләй.

Башта әйтеп китеүебеҙсә, бөгөнгө йыйында Хәмит сәсәндең ейәнсәре, ветеран-уҡытыусы ^ Сәлимә апай Әлмөхәмәтова ла ҡатнаша. Ул Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер ул хаҡлы ялда, ә шулай ҙа уға тамырында аҡҡан сәсән ҡаны тынғы бирмәй. Ул беҙгә күстәнәс итеп үҙенең ижад емештәрен алып килгән. Рәхим итегеҙ!

  • Баймаҡ лицей-интернатының йәш сәсәне Ғәзизйән Йәрмөхәмәтов һүҙ һорай.

  • Сәсәндәр ижадын һәм тормошон өйрәнеүҙә ҙур өлөш индергән һәм ихласлыҡ күрһәткән уҡытыусыларҙы бүләкләү өсөн һүҙҙе мәғариф бүлеге начальнигы Айнур Рәшит улына бирәбеҙ.

Сығыш яһаусы уҡытыусыларға мәғариф бүлеге исеменән Маҡтау ҡағыҙҙары, ветеран-уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырыла.

Фәнни-ғәмәли конференцияның Тәҡдимдәр проекты уҡыла. Ул тауышҡа ҡуйылып, ҡатнашыусыларҙың өҫтәүҙәре, тәҡдимдәре менән ҡабул ителә.

  • Хөрмәтле Ғәйнислам Дәүләтбаевич, ҡәҙерле ветеран-уҡытыусылар һәм конференцияла ҡатнашыусылар! Ошоноң менән фәнни-ғәмәли конференцияның эшен тамамлайбыҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрегеҙҙә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Саҡырылған ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.


Отдел образования

Администрации муниципального района Баймакский район


Приказ


677 от 24 июня 2010 года

«Об итогах районной научно-практической конференции»


В соответствии с планом работы отдела образования администрации муниципального района Баймакский район 30 мая 2010 года на базе СОШ №1 г.Баймака была проведена научно-практическая конференция, посвященная 100-летнему юбилею первой записи кубаира видным драматургом, сэсэном и ученым-фольклористом Мухаметшой Бурангуловым. Конференция проводилась в рамках подготовки III Всемирному курултаю башкир, с целью сохранения и распространения, лучших образцов башкирского народного творчества, воспитания бережного отношения к историческому и культурному наследию башкирского народа, возрождения и развития школы исполнителей кубаиров, сэсэнов, исполняющих эпоса «Урал батыр».

На конференцию был приглашен из г.Уфы Г.Д.Ибрагимов, к.ф.н., доцент, заведующий кафедры восточных языков БГУ. В работе конференции приняли участие 68 учителей из образовательных учреждений района и г.Баймака. Участники конференции посетили в музей «Курай» СОШ №1 г.Баймака.

В своем выступлении Г.Д.Ибрагимов отметил, что и сегодня актуальны проблемы, поднятые в эпосе «Урал батыр». А также были заслушаны научно-исследовательские работы учителей по жизни и творчеству сэсэнов Г.Аргинбаева, Х.Альмухаметова, М.Бурангулова и др.

Исходя из вышеизложенного

приказываю:

  1. Отметить активное участие на конференции учителей и учащихся следующих образовательных учреждений СОШ д.2-е Иткулово, д.Кульчурово, д.Карышка, д.Юмашево, д.Мерясово, д.Ахмерово, ООШ д.Октябрь, БЛИ, СОШ №2,4 г.Баймака.

  2. Наградить Почетными грамотами отдела образования за содержательное выступление следующих учителей

- Халилова М.И., СОШ д.2-е Иткулово

- Раеву З.М., БЛИ

- Сирбаеву А.А., СОШ №4 г.Баймака

- Абсалямову А.Ф., СОШ д.Кульчурово

- Якшибаеву Г.И., СОШ №4 г.Баймака

- Гарифуллину Г.Х., СОШ №2 г.Баймака

- Байбулатову А.М., ООШ д.Октябрь

- Кунаккильдину Г.К., СОШ №4 г.Баймака

- Тимербулатову З.С., СОШ д.Юмашево

- Валишину Я.Р., СОШ д.Карышка

- Хамитова С.А., СОШ №1 г.Баймака

учителей – ветеранов СОШ д.2-е Иткулово

- Альмухаметову С.К.

- Мавлютову Р.Ф.

3. Методическому кабинету подготовить благодарственное письмо Ибрагимову Г.Д., к.ф.н. БГУ.

4. Директорам ОУ включить в воспитательный план работы школы мероприятия принятые в решении конференции.

  1. РЦПИ издать сборник материалов научно-практической конференции, посвященной 100-летнему юбилею первой записи кубаира «Урал батыр».

  2. Объявить благодарность Баимову И.Х. (директор СОШ №1 г.Баймака) за создание хороших условий для проведения конференции, Давлетшиной А.В. (директор ЦДТ) за музыкально-художественное оформление выступлений учителей.

  3. Контроль над исполнением данного приказа возложить на методиста отдела образования Мухамедьянову Я.Б.



Начальник отдела образования А.Р.Валеев





Әбдрәхимова Рәсимә, Әбделкәрим мәктәбе уҡыусыһы


Сөләймәнов Заһит, Байыш мәктәбе уҡыусыһы


Рекомендации

районной научно-практической конференции, посвященной 100-летнему юбилею первой записи кубаира «Урал батыр»


30 апреля 2010 года на базе СОШ №1 г. Баймака была проведена научно-практическая конференция, посвященная 100-летнему юбилею первой записи кубаира «Урал батыр», на котором обсуждались актуальные вопросы изучения жизни и творчества сэсэнов-земляков Габита Аргинбаева и Хамита Альмухаметова и развития деятельности школ - сэсэнов в образовательных учреждениях.

На конференцию были приглашены Ибрагимов Г.Д., к.ф.н., заведующий кафедрой восточных языков БГУ, Валеев А.Р., начальник отдела образования, Игебаева Р.Х., заместитель начальника по воспитательной работе, С.К.Альмухаметова, ветеран-учитель, внучка Хамит сэсэна Альмухаметова, Р.Ф. Мавлютова, ветеран-учитель, зав. музея им. Д.С.Ибрагимова д.2-е Иткулово. В работе конференции приняли участие 68 учителей из образовательных учреждений района и г. Баймака. Участники конференции посетили музей «Курай» СОШ №1 г.Баймака.

В своем выступлении Г.Д. Ибрагимов отметил, что проблемы, поднятые в эпосе «Урал батыр» и сегодня являются актуальными. А также были заслушаны научно-исследовательские работы учителей по жизни и творчеству сэсэнов Г.Аргинбаева, Х.Альмухаметова, М.Бурангулова и др. Валишина Я.Р., учитель СОШ д. Карышка щедро поделилась своим опытом работы как руководитель «Школы сэсэнов».

Участники конференции, заслушав и обсудив выступления, отмечают следующее: в образовательных учреждениях района проделана определенная работа по изучению творческого наследия сэсэнов-земляков. Изучение учащимися жизнь и творчество сэсэнов способствует развитию национального самосознания учащихся и культуры общения, повышению общей культуры учащихся. Проведена исследовательская работа по творчеству Г.Аргинбаева и Х.Альмухаметова. Была организована тематическая экскурсия по историческим местам, где записывал эпос М.Бурангулов из уст Г.Аргинбаева и Х.Альмухаметова.

Научно-практическая конференция рекомендует:

  1. Учителям башкирского языка и литературы продолжить работу по развитию традиции школы сэсэнов.

  2. Активизировать в школах работу над развитием учащихся с творческими способностями.

  3. Отделу образования ходатайствовать перед общественностью о праздновании 150-летие со дня рождения Х. Альмухаметова в 2011 году.

  4. РЦПИ издать сборник материалов научно-практической конференции.



Фәнни-ғәмәли конференция

«“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл»

Баймаҡ ҡалаһы - 2010




Похожие:

Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconДокументи
1. /урал батыр/ПОЛОЖЕНИЕ ehfk ,fnsh.doc
2. /урал...

Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconПоложение о районном конкурсе юных сказителей, исполнителей эпического сказания «Урал батыр»
Районный конкурс юных сказителей и исполнителей эпического сказания «Урал батыр» (далее Конкурс) проводится му «Отдел образования...
Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconПриказываю Утвердить протоколы жюри районного конкурса юных сказителей, исполнителей эпического сказания «Урал батыр». Присудить Гран-при и призовые места следующим обучающимся: Гран-при
...
Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция icon1. «Урал батыр» 2ки2те. «Баш7орт теле» ятлар4а

Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconМӘҒариф бүлеге 452600, Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 23 Тел. (34767) 6-76-67; факс 6-42-10
Провести городской конкурс компьютерных рисунков и презентаций среди обучающихся 5 – 9 классов, изучающих информатику, с 20. 02....
Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconПротокол №1 (1-й тур) районного конкурса юных сказителей, исполнителей эпического сказания «Урал батыр» c 5 по 11 класс. 12. 04. 2011. №

Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconПриказ №147 «18» апреля 2013 г
О проведении районного конкурса юных сказителей и исполнителей эпического сказания “Урал батыр”
Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconТатарстан республикасы мәгариф һӘм фән министрлыгы лаеш муниципаль районы мәгариф бүЛЕГЕ АЕРЫм фәННӘрне тирәнтен өЙРӘНҮче имәнкискә урта гомуми белем бирү МӘКТӘБЕ
Язучы, шагыйрь, дәүләт эшлеклесе Г. Р. Державинның иҗади мирасын өйрәнүгә багышланган I республикакүләм фәнни- тикшеренү укулары
Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconМӘҒариф бүлеге 452600, Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 23 Тел. (34767) 6-76-67; факс 6-42-10
В целях выявления, обобщения и распространения наиболее ценного педагогического опыта повышения общественного престижа и социального...
Мәғариф бүлеге Программ а «“Урал батыр” ҡобайырының тәүге яҙмаһы барлыҡҡа килеүгә 100 йыл» фәнни-ғәмәли конференция iconМӘҒариф бүлеге 452600, Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 23 Тел. (34767) 6-42-10; факс 6-76-67
Икт, согласно плану деятельности Министерства образования Республики Башкортостан, отдела образования и информационно-методического...
Разместите кнопку на своём сайте:
Документы


База данных защищена авторским правом ©lib2.podelise.ru 2000-2013
При копировании материала обязательно указание активной ссылки открытой для индексации.
обратиться к администрации
Документы